Башҡортостан ғалимдары коммуналь хужалыҡҡа ярҙамға килә

Башҡортостан ғалимдары коммуналь хужалыҡҡа ярҙамға килә.

Аграр университет белгестәре һыу баҫымын үлсәү ҡоролмаһын уйлап тапҡан, ул торбалар ярылыу һәм авария осраҡтарын кәметергә тейеш. Был асыш торлаҡ-көнкүреш хужалығы объекттары өсөн автоматлаштырылған системаның бер өлөшө генә. Етештереүселәр билдәләүенсә, был ғалимдар менән практиктарҙың тығыҙ эшмәкәрлек емеше. Михайловка һыу-насос станцияһы операторы Фәнис Ғәниев хәҙер үҙенең эшен был ҡоролмаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Цистерналағы һыу кимәле экранда, уны тултырыр өсөн бер төймәгә баҫыу ғына етә.Ауыл биләмәләрен һыу менән тәьмин итеүҙе күҙәтеү һәм контролдә тотоу системаһы атамаһын алған ҡоролманы Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары “Шемәк” торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаһы заказы буйынса эшләй. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Фәнни асышты аграр университет белгестәре даими яңыртып тора. Ғалимдар уға үҫтәп һыу баҫымын күҙәтеүсе яңы программа уйлап тапҡан. Автоматлаштырылған һыу баҫымын үлсәү системаһы әле Өфө районындағы һыу насос станцияларының береһендә һынау үтә. Бына ошондай датчиктар торбалағы һыу баҫымын үлсәп уны компьютерға тапшырып тора. Киләһе этапта бындай датчиктарҙы һыу үткәргес торбалары буйлап урынлаштырыу күҙаллан. Был авария осраҡтарын кисектереү мөмкинлеген бирәсәк. Бөтә күрһәткестәрҙе планшет йә телефон аша күҙәтеп барырға мөмкин. Торлаҡ-коммуналь хужалығы иҫкесә эшләүен дауам итә. Сәбәптәр төрлө, оло быуын етәкселәре яңылыҡты ҡабул итергә теләмәй тип һынай техник фәндәр докторы Рөстәм Ғәлиуллин. Әле “Шемәк” ойошмаһында үткән система тап уның етәкселегендә уйлап табылған. Ҡоролмаға патент та алынған. Автор билдәләүенсә ул аналогтарынан 10 тапҡырға осһоҙға төшә.Күптәр һыналмаған технологияларға инвестицияларға ашыҡмай, шул уҡ ваҡытта иҫкергән алым менән эшләү күпкә ҡиммәткә төшөүен дә яҡыш белә. Фән менән етештереүсе, хеҙмәттәр күрһәтеүселәр араһында бәйләнеш тә яңылыҡты ҡабул итә белгән энтузиастар ҡулында ғына ҡала. 



Последние новости

Яндекс.Метрика