Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Яңы йылды байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

  • Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Яңы йылды байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Яңы йылды байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  

Уҡыу алдынғылары, спорт ярыштарында еңеүселәр, ижади бәйге лауреаттары, һәләк булған хәрбиҙәрҙең, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙең балалары өсөн Яңы йыл шыршыһы 22 декабрҙә үткәрелә. Байрам ҡунаҡтарына Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ, улар өсөн «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында өс көнлөк ял да ойошторола. Район һәм ҡала хакимиәттәренә профсоюз һәм башҡа йәмәғәт берекмәләре менән берлектә үҙ биләмәләрендә сәхнәләтерелгән  тамашалар, карнавалдар һәм башҡа Яңы йыл саралары ойошторорға ҡушылған. Муниципалитеттарға инвалид һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға Яңы йыл бүләктәре әҙерләргә тәҡдим ителгән. 

 



Последние новости

Яндекс.Метрика