Өфөлә ике ҡыҙҙың 17-се ҡаттан һикереп һәләк булыуы республика халҡын тетрәндерҙе

Өфөлә ике ҡыҙҙың 17-се ҡаттан һикереп һәләк булыуы республика халҡын тетрәндерҙе. Ни өсөн балалар үҙҙәренә ҡул һала? Түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар йыйылыштар менән генә үҫмерҙәр араһында суицидтарҙы кәметеп буламы?  Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибутуллин ошо һорауҙарға  яуап эҙләне. 

Баш ҡаланың үҙәк өлөшөндәге ваҡиға ата –әсәләрҙең генә түгел, ә власть органдарының иғтибарын да тағы ла бер тапҡыр үҫмерҙәр яҙмышына йүнәлтә. Башҡортостанда быйыл ғына ошондай ваҡиғалар һаны ҡырҡтан ашҡан. Үҫмерҙәрҙең  яҡты донъя менән хушлашыуы сәбәптәре нимәлә һуң?  Белгестәр әйтеүенсә, ул тәү сиратта үҫеп килгән быуынға иғтибар етмәүҙә. Республика парламенты депутаты Римм Үтәшева әйтеүенсә, үҫмерҙәргә кешесә ҡараш юҡ. Һәм бында төп ғәйеп, әлбиттә, өлкәндәрҙә.

Яҡынса ай элек Башҡортостан парламентында балалар суициды тураһында махсус кәңәшмә лә уҙҙы. Эшсе төркөмдөң икенсе ултырышы октябргә тәғәйенләнеп, был юлы балаларҙы интернеттан аралау мәсьәләһе лә ҡаралырға тейеш ине. Социаль селтәрҙәр менән ҡулланыусылар Өфөләге ваҡиғаның тап интернет-сайттарға бәйле булыуы тураһында яҙа.  Вице-спикер Йомабикә Ильясова фекеренсә, бөгөн был проблема айырыуса актуаль.

Өфөлә үҙ –үҙенә ҡул һалған мәрхүмә ҡыҙҙарҙың яҡын туғандар булыуы ла билдәле. Ҡыҙҙарҙың береһе баш ҡалаға Нефтекаманан килеп, техникумдарҙың береһендә уҡыған. Психологтар әйтеүенсә, бөгөн тағы ла бер тапҡыр уҡыу йорттарында  үҫмерҙәр менән эшләүҙе камиллаштырыу тураһында һүҙ күтәрергә кәрәк.

Тикшереү органдары ла Өфөләге фажиғә сәбәптәрен асыҡлау, балаларҙы бындай аҙымға этәргән кешеләрҙе табыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк. Тик бына Башҡортостанда балаларҙың үҙҙәренә ҡул һалыу осрағы кәмемәй. Ҡот осҡос исемлектә беренсе урында Өфө килһә, республика райондарында ла ҡорбандар һаны артҡандан –арта. 



Последние новости

Яндекс.Метрика