Иглин ҡасабаһында йәшәүселәр йорттарында әле һаман йылы булмауға зарлана

Иглин ҡасабаһында йәшәүселәр йорттарында әле һаман йылы булмауға зарлана.

150 фатирҙа һауа температураһы 18 градусҡа ла барып етмәй. Урындағы халыҡ һалҡындар башланыуынан ҡурҡа.  Ә ҡаҙанлыҡтың эшләүе өсөн яуаплы етәкселәр халыҡ менән күҙгә-күҙ аралышуҙан баш тарта. Йылытыу миҙгеле башланһа ла, Иглин ҡасабаһының Свердлов тыҡрығында йәшәүселәр фатирҙарында өшөп ултырырға мәжбүр. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә был хәл йыл һайын ҡабатлана. Бер нисә метр алыҫлыҡта ғына бойлер бинаһы урынлашыуы ла ярҙам итмәй. Тотоп ҡараған һайын торбаларҙың йылы булыуына өмөтләнә Зөһрә Зәйнуллина. Ә уға тиклем йоҡлағанда бер-нисә юрған ябына, ә көндөҙ  өй эсендә лә бер-нисә ҡат кофта кейеп йөрөй. Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны ваҡытында аҡсаһын түләп барһа ла, ни өсөн фатирҙа температураның түбән булыуын аңламай. Ете йорттағы тағы ла 150 фатирҙа шундай уҡ хәл күҙәтелә. Хаҡлы ялдағылар һәм инвалидтарҙан тыш, уларҙа күп балалы ғаиләләр ҙә йәшәй. Йәш ярымлыҡ Софияны уянғас та, кейендереп ҡуялар. Бала ауырып китеүҙән ҡурҡалар. Төндәрен  йортто электр йылытҡысы ярҙамында йылыталар. Урындағы халыҡ коммуналь хеҙмәттәргә күпме генә мөрәжәғәт итһә лә, фатирҙарға йылы бирелде тигән яуап ала. Ошо йылытылмаған йорттарҙың береһендә йәшәүсе депутатҡа “Йылылыҡ селтәре” йәмғиәтенән ремонт эштәре барыу хаҡында хәбәр иткәндәр. Йорттар ҡаршыһында урынлашҡан бойлер бинаһы бикле булып сыҡты. Ә урынға килеп еткән үҙәк ҡаҙанлыҡ етәксеһе камераны күреү менән ҡаса башланы. Ашығып, ишек алдында ултырған автомобилде бәреүе лә уны туҡтатманы. Ҡаҙанлыҡ етәксеһенең һүҙҙәре буйынса бер ниндәй ҙә төҙөкләндереү эштәре бармай. Ә ҡаҙанлыҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан   Ярослав Коновалов әлеге хеҙмәткәрҙәр йылытыу ҡоролмаларын бөтөнләй ҡарамай, ти. Журналистар килеү менән торбалар шунда уҡ йылына башланы. Әммә беҙ ҡайтып киткәс тә, фатирҙар йәнә һыуынды, тип хәбәр итте иглиндар. Тимәк, йылы биреү мөмкинлеге бар,  тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ул йорттарға барып етмәй. Халыҡтың мөрәжәғәттәренә ҡасан иғтибар итеп, сара күрерҙәр әлегә билдәһеҙ. Ә быға тиклем унда йәшәүсе өлкәндәр ҙә, балалар ҙа үҙ фатирҙарында өшөп ултырырға мәжбүр. 



Последние новости

Яндекс.Метрика