“Башҡортостан радиоһы” яңыса һулыш алды

“Башҡортостан радиоһы” яңыса һулыш алды.

 Туҡһан йыллыҡ тарихы булған республиканың төп радиоканалы үҙгәрештәр кисерә-ФМ форматҡа күсә. Бөгөн үк тапшырыуҙар тест режимында ФМ 89,5 йышлығында трансляциялана.Туҡһан йыллыҡ тарихы булған “Башҡортостан радиоһы” һәр кемгә бик яҡшы таныш. Республиканың бихисап билдәле шағирҙары, яҙыусылары, йырсылары ижады тап ошо каналда башлана. Радио фондтарында һаҡланған меңдәрсә тапшырыуға хәҙер заманса программалар өҫтәлә. Башҡортостан радиоһы хәбәрселәре маҡсаты бер. ФМ форматҡа күскәс тә, тыңлаусылар лайыҡлы тип иҫәпләгән тапшырыуҙар әҙерләүҙе дауам итеү. ФМ форматлы классик радио. Замана һулышынан тайпылмай алға барған “Башҡортостан радиоһы” тыңлаусылары бөгөн йөҙҙәрсә мең кеше. Ультраҡыҫҡа тулҡындарҙан алып ФМ-ға тулыһынса күсеү өсөн бер-нисә ай ғына ҡалған. Киләсәктә хәбәрселәр тауышын Башҡортостандың иң алыҫ төбәктәрендә генә түгел, ә Рәсәй субьекттарында ла тыңлау мөмкинлеге буласаҡ.  Башҡортостан радиоһының ФМ форматҡа күсеүе техник яҡтан ауырға тура килмәйәсәк. Хәҙер инде быуатҡа яҡын үҙ тыңлаусыларын ҡыуандырған “Башҡортостан радиоһы” тауышы киләсәктә ФМ йышлыҡтарында ла матур сағылыш табыр, ти канал хеҙмәткәрҙәре. 



Последние новости

Яндекс.Метрика