Фатир бүләк ителде, әммә хужалар уны үҙ милке итеп теркәй алмай

Фатир бүләк ителде, әммә хужалар уны үҙ милке итеп теркәй алмай.

Ике ай элек параолимпия спортсыһы Иван Андреев өс бүлмәле фатир менән бүләкләнгәйне. Әммә күпте күргән инвалид ҡыйынлыҡтар менән осрашырмын тип һис тә уйламаған, күрәһең. Йәш ғаилә бер йылдан ашыу бер-береһенән айырым йәшәргә мәжбүр.  11 айын тултырып килгән кескәй улым менән дә аҙнаһына ике тапҡыр ғына күрешәм, ти ғаилә башлығы. Ике ай самаһы элек параолимпия спортсыһы  — Иван Андреевҡа Миловка ҡасабаһынан өс бүлмәле фатир бүләк иткәйнеләр. Әммә торлаҡты әле һаман үҙ милектәренә теркәй алмауҙары йәш ғаиләне борсоуға һала. Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, әлеге көндә яңы йортҡа күсеү өсөн бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар юҡ. Ут, һыу, йылылыҡ – барыһы ла бар.  Тиҙҙән фатир хужалары уны үҙ милкенә теркәй аласаҡ, тип ышандыра Мөсәүир Шәбиев. Әле иһә хужалар яңы йортҡа күсә башлаған да инде. Бәләкәстәре өсөн буласаҡ бүлмәне лә әҙерләп ҡуйғандар.Йорт тулыһынса тапшырыуға әҙер. Унда йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Хәҙер иһә йәш ғаилә бары тик фатирҙы үҙ милке итеп теркәүҙе генә көтә.



Последние новости

Яндекс.Метрика