Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй президенты Владимир Путин Астрахань ҡалаһында милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Президент ҡарамағындағы был советта илдә милли сәйәсәт стратегияһын ғәмәлгә ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.

Киң мәғлүмәт саралары Ғыйраҡ армияһының Мосулды штурмлауы тураһында хәбәр итә. “Ислам дәүләте” террорсылары ике йыл хакимлыҡ иткән ҡалаға хөкүмәт ғәскәрҙәре ингән.

Федераль тикшеренеү бюроһы республикандар партияһынан президентлыҡҡа дәғүә итеүсе Дональд Трамп менән Рәсәй араһында бәйләнеш булыуын асыҡламаған. Был турала Нью Йорк Таймс үҙ сығанаҡтарына һылтанып хәбәр итә. ФБР-ҙың йәй буйы башҡарған эш йомғағы-Трамп менән Рәсәй хөкүмәте араһында бәйләнеш юҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика