Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала

  • Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала.

Бер йылытып, бер һыуытыу сәбәпле юл өҫтөн боҙ ҡапланы.  Етмәһә, күптәрҙең йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алыштырмауы ла асыҡланды. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә һәм, ниһәйәт, машинаны  ҡышҡы йөрөтөү стиленә күсергә саҡыра.Үткән тәүлектә Башҡортостанда авария теркәлгән. Өфө-Ҡазан юлында тығындар юҡ. Өфө-Силәбе юлында иһә ауыр йөк машинаһын йөрөтөүсе ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһен иҫкәртә алды. Тормоздары эшләмәгән машинаны ул юл ситенә сығарып ауҙара һәм күп кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала. Водитель йәрәхәттәр алған. Бынан бер-нисә йыл элек ошо уҡ юлда йөк машинаһының тормозы эшләмәү сәбәпле бер-нисә кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Ҙур тиҙлектә килеүсе машина юлындағы барлыҡ автомобилдәрҙе иҙеп тигәндәй юл ситенә сығып оса. Кисәге аварияла водитель башҡаларға рация аша тормоздары эшләмәү тураһында хәбәр итеп өлгөрә.

Яндекс.Метрика