Алимент түләмәүселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк

  • Алимент түләмәүселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Алимент түләмәүселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк.

Уларҙы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе туҡтатыу, торлаҡтарын тартып алыу ҡарала. Быйыл Башҡортостанда алимент буйынса 730 миллион һум бурыс ҡапланған. Быға өлгәшеүҙә суд приставтарының да роле бар.   Һөҙөмтәлә алиментсылар һаны һуңғы 3 йылда 6 меңгә кәмене тип хәбәр итәләр ведомствонан. Шулай ҙа бөгөнгә үҙ балаһына аҡса түләүҙән ҡасып йөрөгән 24 мең атай бар. Эш хаҡы буйынса бурыстар, һалымдарҙан тайпылыу кеүек закон боҙоуҙарҙы ла ошо хеҙмәт вәкилдәре иҫкәртә һәм киҫәтә. 

Яндекс.Метрика