Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Мәрхәмәтлектең сиге юҡ” тип аталған халыҡ-ара форум үтәсәк

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Мәрхәмәтлектең сиге юҡ” тип аталған халыҡ-ара форум үтәсәк.

Бөгөн ошо сараға әҙерлек сиктәрендә ойоштороу комитетының беренсе ултырышы уҙғарылды. Форум Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ике көнлөк сараға 400-гән кеше килергә теләк белдергән. Унда дәүләт һәм хәйриә ойошмалары араһында мәғариф, мәҙәниәт, гуманитар ярҙам күрһәтеү, халыҡты хеҙмәттәр менән тәьмин итеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек юлдары ҡарала, ошо темаларға арналған осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ул Санкт-Петербургта уҙғарылған Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумының дауамы булып тора.

Яндекс.Метрика