Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Ғыйраҡ армияһы ике йыл дауамында “Ислам дәүләте” террорсылары ҡарамғында булған Мосул ҡалаһына инде һәм уны азат итеү буйынса операция башларға йыйына. Хөкүмәт ғәскәрҙәренә етди ҡаршылыҡ күрһәтелә.

“Бөйөк Петр” ракета крейсеры етәкселегендә Рәсәй караптарының бер төркөмө Урта диңгеҙгә инде. Был хаҡта илдең оборона министры Сергей Шойгу белдерҙе. Ул Америка һәм НАТО баҫымы аҫтында Рәсәй караптарын үҙ порттарына индерергә ҡурҡҡан илдәрҙе тәнҡитләне.

Хиллари Клинтондың һайлау алды штабы федераль тикшереү бюроһы етәксеһен ике яҡлы стандарттарҙа ғәйепләне. Һайлауға ун көн ҡалғас ФБР Клинтондың электрон хат алышыуын ҡайтанан тикшерә башлауы тураһында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта бюро етәксеһе Джеймс Коми Трам менән Мәскәү араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡлығы хаҡында хәбәр иткән.

Хеҙмәт хаҡы өсөн түләүҙең иң аҙ күләме дүрт тапҡырға артып 30 мең һумға етеүе ихтимал. Йәмәғәт палатаһынан Владимир Слепак ошо тәҡдим менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт иткән. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында был мәсьәләне тикшерергә әҙерлектәре тураһында белдергәндәр. Йәшәү минимумы әле 9 мең 956, Хеҙмәт хаҡы өсөн түләүҙең иң аҙ күләме 7 мең 500 һум. 



Последние новости

Яндекс.Метрика