Рәсәй Дәүләт Думаһында баҡсасылыҡ тураһында закон проекты әҙерләнә

Рәсәй Дәүләт Думаһында баҡсасылыҡ тураһында закон проекты әҙерләнә.

 Ошо уңайҙан ил төбәктәрендә баҡсасылыҡ, үҫенте һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә ыңғай тәжрибә туплаған хужалыҡтар һәм ғилми-тикшеренеү институттарынан ғәмәли тәҡдимдәр ҡабул ителә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының эш төркөмө ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Республикала һәүәҫкәр баҡсасылыҡ менән байтаҡ кеше шөғөлләнә, бынан тыш сертификаты булған ете емеш-еләк питомнигы бар. Баҡсасылыҡ йүнәлешен алған фермерҙарға дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта орлоҡ әҙерләү, үҫентеләр һатыу мәсьәләһе ҡаршылыҡтарға тарый. Емеш-еләк  хужалыҡтарының да һыу, махсус техника, дәүләт ярҙамы саралары йәһәтенән хәл итәһе һорауҙары бар.

Яндекс.Метрика