Екатеринбургтағы хәл ил халҡын шаҡ ҡатырҙы

  • Екатеринбургтағы хәл ил халҡын шаҡ ҡатырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Екатеринбургтағы хәл ил халҡын шаҡ ҡатырҙы.

Ҡалала ВИЧ инфекцияһы эпидемияһы тураһында иғлан ителеү менән халыҡ тикшерелеү өсөн сиратҡа баҫҡан. Башҡортостан СПИД-ты һәм гепатитты иҫкәртеү, дауалау өсөн вирусҡа ҡаршы препараттар һатып алыуға федераль ҡаҙнанан 52 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Федераль бюджетта был аҡсалар 2016 йылға ҡаралған булған.  Ҡул ҡуйылған документ менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо һатып алыуҙарҙы финанслауға төбәктәргә бюджет-ара трансферт биреү өсөн 2,28 миллиард һум күләмендәге бюджет ассигнованиелары йүнәлтелә. Шулай уҡ әлеге маҡсатта 2016 йылда ил субъекттары ҡаҙнаһына бирелгән бюджет-ара трансферт бүлеү раҫланған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика