Бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған саралар үтә

Бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған саралар үтә.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградарын тапшырҙы. Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә, тине Рөстәм Зәки улы.  Етештереү күләмдәрен арттырыу, баҫыу майҙандарын киңәйтеү, яңы махсус объекттар төҙөү, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү, малсылыҡтың етештереүсәнлеген күтәреү маҡсатында йүнәлтелгән ярҙам тос, киләсәктә уны тағы ла арттырыу көтөлә.Аграр тармаҡ белгестәренең фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт наградалары менән бүләкләнә. Бүләкләнеүселәрҙең береһе Шишмә районы Сафар ауылынан Зинаида Михайловна һауынсы хеҙмәтенә 32 йыл тоғро. Бөгөн ул Башҡортостандың маҡтау грамотаһына лайыҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика