Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән комбайнсыларға еңел машина асҡыстары бүләк ителә

Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән комбайнсыларға еңел машина асҡыстары бүләк ителә.

 Ошондай тәҡдим менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов сыҡҡайны.  Еңеүселәр исемлегендә ун кеше. Улар Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Саҡмағош һәм тағы ла алты райондан.  Бөгөн бүләккә лайыҡ булған иң йәш комбайнсыға яңыраҡ егерме бер йәш тулған. Динар Хамматов бар күңеле менән алған һөнәренә ғашиҡ. Әле студент ҡына булһа ла, ер эшен ул үҙ ҡулдары татып ҡараған инде. Башҡорт дәүләт аграр университетының 4 курсында уҡыған егет ике йыл рәттән Дүртөйлө районы баҫыуҙарында практика үткән. Быйылғыһының һөҙөмтәләре лә республикала иң юғарыларҙан – Динар 13 мең центнер ашлыҡ һуҡҡан. Ошо хеҙмәте өсөн 21 йәшлек студент “иң яҡшы комбайнер” исемен яулаған һәм бөгөн республика башлығы ҡулынан яңы автомобиль асҡысы аласаҡ. Механика факультетының агроинженерия бүлегендә белем алған һәр студент практика мәлендә комбайн руле, уҡыуҙа парта артында. Уларҙың һәр ҡайһыһы юғары күрһәткестәргә ынтыла. Сөнки тәжрибәнән тыш, йәш белгестәр йөҙ меңгә яҡын эш хаҡы ла ала. Динарҙың был еңеүе төркөмдәштәренә лә өлгө булып тора. Бәләкәйҙән тыуған яғының баҫыу-ҡырҙарында эшләргә хыялланған егет уҡып бөткәс, үҙ районына ҡайтып, баш инженер булырға йыйына. Тимәк, республиканың ауыл хужалығы тармағы йәш кадрҙар менән тәьмин ителәсәк.

Яндекс.Метрика