Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

“Сүриәнең демократик көстәре” ҡораллы коалицияһы Ракка ҡалаһын “Ислам дәүләте” террорсыларынан таҙарта башлауы тураһында хәбәр итте. “Евфрат нәфрәте” тип аталған был акция бөгөн башлана.

Төркиә парламентының курдтар яҡлы демократик фирҡәһе депутаттары ултырыштарға йөрөмәҫкә ҡарар иткән. Был ҡарар уларҙың фракцияһының 9 депутатын ҡулға алғас ҡабул ителгән. Прокуратура уларҙы террор эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүҙә ғәйепләй. Курдтар яҡлы барлыҡ депутаттарҙы ла тикшереү башланған.

Бер-нисә сәғәт эсендә Мәскәү ҡалаһын ҡар баҫҡан. Водителдәргә йәмәғәт транспортына күсеп ултырырға тәҡдим ителгән, электр линиялары өҙөлөүе, ағастар йығылыуы иғтимал, тип хәбәр итә синоптиктар. 75 йыл элек 7 ноябрҙә тап ошондай һауа торошо сәбәпле фашистарҙың авиацияһы һауаға күтәрелә алмай. Ҡыҙыл майҙандағы легендар парадтан һуң совет армияһы барлыҡ фронттарһа ла һөжүмгә күсә.

Голландияла бер-нисә компания пластиктан юлдар эшләү өсөн берләшергә ҡарар иткән. Заманса технологиялар ярҙамында төрлө һауа торошона сыҙамлы итеп эшләнгән пластиктың киләсәктә асфальтты бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарыуы ихтимал. Сөнки ул ярылмай, тиҙ генә алмаштырып була, пластик юлды хатта күсерергә лә мөмкин. Киләһе йылда Голландияла пластиктан тәүге юл һалыныр тип көтөлә.



Последние новости

Яндекс.Метрика