«Хәйерле иртә, Республика » тапшырыуы бөгөндән Рәсәй-Башҡортостан каналында көн һайын эфирға сыға башлай

«Хәйерле иртә, Республика » тапшырыуы бөгөндән Рәсәй-Башҡортостан каналында көн һайын эфирға сыға башлай. 

Иртәнге 9-ҙан 10-ға тиклем тамашасыларыбыҙ тура эфирҙа яңы мәғлүмәттәр менән таныша, ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр менән осраша ала. Бөгөн Рәсәй телевизион даирәһендә  генә кешенең кәм тигәндә 200 канал ҡарау мөмкинлеге бар. Ошондай конкурентлыҡ  тығыҙ булған ваҡытта, телевизор ҡараусыны йәлеп итеү, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тапшырыуҙарҙы әҙерләү һәр компания өсөн төп шарт. Беҙҙең көндән-көн яңы үрҙәр яулай. Яңылыҡтарҙы ҡыҙыҡлы алымдар менән еткереү, тамашасының иғтибарын тап үҙебеҙҙең каналда ҡалдырыу өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, ти Рәсәй-Башҡортостан каналының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Уйылдан Ғәлин. Тапшырыуҙарҙы әленән әле яңыртыу, һәр яңы миҙгелгә яңы һулыш өҫтәү компанияның техник мөкинлектәре менән бер рәттән алыштырғыһыҙ алып барыусыларҙың эше, тәжрибәле режиссерҙар, операторҙарҙың оҫталығынан тора.

Яндекс.Метрика