Республиканың баш ҡалаһында үтәсәк «ТЭФИ-Төбәк 2016» финалына Рәсәй телевидениеһы йондоҙҙары килеүе көтөлә

  • Республиканың баш ҡалаһында үтәсәк «ТЭФИ-Төбәк 2016» финалына Рәсәй телевидениеһы йондоҙҙары килеүе көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың баш ҡалаһында үтәсәк «ТЭФИ-Төбәк 2016» финалына Рәсәй телевидениеһы йондоҙҙары килеүе көтөлә.

Улар араһында Владимир Познер, Александр Любимов, Владислав Флярковский, Кирилл Поздняков, Леонид Млечин, Антон Привольнов, Игорь Угольников һәм башҡалар бар. Телеакадемиктар Өфөлә бер-нисә оҫталыҡ дәресе лә бирәсәк. Илдәге төбәк телевидениеһының киләсәге тураһында түңәрәк өҫтәл үткәреү һәм конкурс номинанттарының эштәрен тикшереү ҡаралған. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.