Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Америка Ҡушма Штаттарында бөгөн президент һайлайҙар. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса киләһе дүрт йылға аҡ йорт хужаһы билдәле буласаҡ. Иң юғары вазифа өсөн демократтар фирҡәһенән Хиллари Клинтон һәм республикандар фирҡәһенән Дональд Трамп көрәшә.

Минск ҡалаһында Владимир Ленинға һәйкәл асылған. Быға тиклем һәйкәл трактор заводы биләмәһендә урынлашҡан. Ветерандар һәм коммунистар теләген иҫәпкә алып уны тышҡа сығарырға ҡарар ителгән. Белоруссияла 7 ноябрь әле һаман дәүләт кимәлендә Октябрь революцияһы көнө булараҡ билдәләнә.

Киләһе йылдан Рәсәй чиновниктарының хеҙмәт хаҡы 38 процентҡа артасаҡ. Рәсәй хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был 2016-2018 йылдарҙа дәүләт хеҙмәтен үҫтереү буйынса саралар планына ярашлы башҡарыла. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, федераль чиновниктарҙ эш хаҡы уртаса 100 мең самаһы. Яңы йылдан ул 140 мең һумға етәсәк.



Яндекс.Метрика