Республика башлығы халыҡты ҡабул итте

Республика башлығы халыҡты ҡабул итте.

Торлаҡ, коммуналь хеҙмәтләндереү, социаль яҡлау, башҡа өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам үтенесе менән республика башлығы исеменә меңәрләгән мөрәжәғәтнамә ҡабул ителә. Рөстәм Хәмитов бөгөн бер төркөм граждандарҙы шәхсән ҡабул итеп уларҙың үтенестәрен тыңланы.Республика башлығына халыҡ тормош өсөн мөһим төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Улар араһында балаларға, бигерәк тә сирле балаларҙы һауыҡтырыуға ҡағылған һорауҙар айырым иғтибарға лайыҡ. Өфө районы Дмитриевка ауылында балалар һаны йылдан йыл арта, ә балалар баҡсаһы берәү генә, ти өс бала әсәһе Зөлфиә Халиҡова. Күмәк мөрәғәткә 101 кеше ҡул ҡуйған. Баланың йәшенә ҡарата белем биреү, коллективта аралашырға өйрәтеү, мәктәпкә әҙерләү тәрбиә барышындағы мөһим аҙымдарҙың береһе. Йәмғиәтебеҙҙә айырым иғтибарҙы талап иткән үҙенсәлекле балалар ҙа шулай уҡ тәрбиә, үҫеш һәм иң мөһиме кисектергеһеҙ ярҙамға мохтаж. Әсә, табиб һәм хәстәрлекле ханым Фәйрүзә Латипова республика башлығына ”Һөйөклө сабый” үҙәге етәксеһе булараҡ мөрәжәғәт итә. Бала ниндәй хәлдә тыуыуына ҡарамаҫтан, абилитация үтергә, йәғни, тыумыштан һәләттәрен үҫтерергә тейеш, тигән фекерҙә ул. Медицина ярҙамының был төрө ата-әсә күтәрерлек хаҡта булһа тағы ла яҡшыраҡ. Инвалид балалар өсөн республика иппотерапия үҙәген киңәйтеү, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында мәҙәниәт йорто һалыу, Өфөнөң Черниковка биҫтәһен төҙөкләндереү, Белорет районы Отнурок ауылын электр йыһазландырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр бөгөн республика башлығының шәхси ҡарамағына алынды. 



Яндекс.Метрика