Рәсәйҙә йылға-күлдәрҙең шәхси ҡулдарға тапшырылыуы ихтимал

Рәсәйҙә йылға-күлдәрҙең шәхси ҡулдарға тапшырылыуы ихтимал.

 Дәүләт Думаһында әле ошо туралағы закон проекты ҡарала. Ул ҡабул ителһә, Республика эшҡыуарҙарына ла киң мөмкинлектәр асылыр ине. Сөнки әле  һыу ятҡылыҡтарының 40 проценты ғына балыҡ үрсетеү өсөн ҡулланыла. Меңәрләгән йылға-күлдәр файҙаһыҙ ята. Бының сәбәптәрен хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты.Һаҙан – Тольятти, бағыр — Мәскәү, йәйен – Һамар — башҡаланың кибеттәрендә башлыса сит төбәктәрҙән килтерелгән балыҡ һатыла. Ысынлап та, Башҡортостан үҙен кәрәкле продукт менән биш процентҡа ғына тәьмин итә ала, ҡалған 95 проценты ситтән индерелә. Ә республикала етештерелгән балыҡтарҙың күп өлөшө башҡа төбәктәргә оҙатыла. Осраһа ла, хаҡтары тешләшә. Бер килограмы 200 һумдан ашҡан балыҡтан, хатта ит тә арзаныраҡ. Һорау менән ҡулланмағас, урындағы эшҡыуарҙар балыҡҡа ихтыяж ҙур булған башҡа өлкәләргә сығарырға мәжбүр. Ә беҙҙә, халыҡ киреһенсә, ситтән индерелгәненә өҫтөнлөк бирә. Сөнки ул осһоҙораҡ. Башҡалала бер-нисә ҙур алыпһатар комбинат бар. Күмәртәләп килтерелгән тауар ҙур һыуытҡыстарҙа һаҡлана һәм яйлап кибеттәргә таратыла.Комбинаттың тауар әйләнешендә бер-нисә тоннаһы балыҡҡа тура килә. Был күләмде урындағы эшҡыуарҙар ҡаплай алмай. Республикала 2 меңдән ашыу һыу ятҡылыҡтары булһа ла, тик 40 проценты ғына балыҡ үрсетеү өсөн ҡулланыла. Бының да үҙ сәбәбе бар. Мәҫәлән, күл урынлашҡан ер урындағы үҙидара йәки хосуси милек, ә һыу объекты рәүешендә ул федераль милек. Эшҡыуарҙарға һыу ятҡылыҡтарын тик бер йылға ғына ҡуртымға бирәләр. Ул был ваҡыт эсендә күлде таҙартырға, балыҡ үрсетергә лә өлгөрмәй. Етмәһә, башҡалар ҙа шул һыу объектынан бушлай балыҡ тота ала. Был шарттар ҡуртымсыға бөтөнләй уңайһыҙ һәм табыш килтермәй. Әле Балыҡсылар ширҡәте федераль закондың Һыу кодексына үҙгәрештәр индереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Икенсе сәбәп – ул сит илдән индерелгән ҡатнаш емдең ҡиммәтләнеүе. Шуға ла продукцияның үҙҡиммәте юғары. Әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡтар ҙа бар. Тик уларҙың сифаты насарыраҡ, ти эшҡыуарҙар. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары үҙенсәлекле тәжрибә үткәрә. Урындағы хужалыҡтарҙың береһе етештергән махсус аҙыҡтың балыҡтарға тәьҫирен тикшерә. Был өҫтәмә аҙыҡ микроэлементтарға бай. Уны ашаған балыҡтар тиҙерәк үҫер, тип өмөтләнә студенттар. Ғилми-тикшеренеү эше өс ай дауам итә. Физик күрһәткестәренән тыш, лабораторияла балыҡ итенең сифаты ла тикшереләсәк. Һөҙөмтәләр ыңғай булһа, ҡатнашманы күпләп етештереү һәм ғәмәлдә ҡулланыу ҡарала.



Яндекс.Метрика