Етем балалар тәмле оҫталыҡ дәресенә йыйылды

Етем балалар тәмле оҫталыҡ дәресенә йыйылды. Кескәйҙәр имбир ҡушылған ҡамырҙан төрлө һындар яһаны. Был үҙенсәлекле дәрестә хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина ла булды.

Әлеге оҫталыҡ дәресендә ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм булған сабыйҙар ҡамырҙан тәмлекәстәр эшләй.  Балалар йортонда тәрбиәләнгән ун бер йәшлек Рената ҡамыр эше менән булышырға форсат сыҡҡанға, бик шатмын, ти. 

Балалар быға тиклем дә төрлө оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп төрлө ваҡ-төйәктәр эшләргә өйрәнә. Үҙ ҡулдары менән ҡурсаҡтар тегергә, шыршы тубырсыҡтарынан биҙәүестәр эшләргә лә әүәҫләнгән

Маҡсат та изге. Етем балалар йәрминкәлә үҙ эштәрен һатып йыйған аҡсаға физик мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар өсөн, Яңы йыл алдынан бүләк алырға ниәтләй.

Хәҙер иһә балалар әҙерләгән тәмлекәстәр мейескә оҙатыласаҡ. Ул ун минуттан әҙер була, бешеп сыҡҡас балалар уны үҙҙәре теләгәнсә биҙәйәсәк…

Әлеге оҫталыҡ дәресен ойошторорға ирле-ҡатынлы рәссамдар Регина һәм Илдар Арҫлановтар  ҙа ярҙам итә. Балалар менән  тәжрибә уртаҡлашырға, үҙебеҙҙең оҫталыҡты улар менән бүлешергә беҙ һәр ваҡыт әҙер, ти улар.

Оҫталыҡ дәресе береһен дә битараф ҡалдырманы. Сарала ресторандың ашнаҡсылары ла теләп ҡатнашты, балаларға үҙ тәжрибәһен уртаҡлашты.

Белгестәр әйтеүенсә оҫталыҡ дәресетәре тәжрибә бүлешеүҙән тыш, балаларға берҙәмлек, татыулыҡ, бер-береңде ҡайғыртыу сифаттарын үҫтерергә лә ярҙам итә.



Последние новости

Яндекс.Метрика