Донъяны клондар яулай

Башҡортостан агрономдары быяла пробиркала күҙәнәктән орлоҡ сығарыу ысулын үҙләштереп шул орлоҡтарҙы республика баҫыуҙарына сәсергә тәҡдим итә. Күҙәнәктән үҫемгә яраҡлы орлоҡ сығарыу оҙайлы эш. Был лабораторияла әлегә 50 мең пробирка ҡуйыр урын ғына әҙерләнгән. Орлоҡтар иһә ғинуар айында көтөлә. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан бүлеге агрономдарына буласаҡ орлоҡтарҙы сәсер баҫыуҙар көнэлгәре билдәле. Сирҙәргә бирешмәҫ картуф бүлбеләре менән күп хужалыҡтар ҡыҙыҡһына. Күҙәнәктәр етешкән арала үҫемлек белгестәре орлоҡ һәм үҫентеләрҙе сирҙәрҙән ҡурсалау ысулдарын камиллаштыра. Үҙәктең төп ғорурлығы — тәбиғәт һәм кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ биопрепараттар. Улар үҫемлектәрҙең химик матдәләргә ҡаршы тороу һәләтен нығыта.Үҫемлектәрҙе сирҙәр генә түгел, ҡоротҡос бөжәктәр ҙә ҡаҡшата. Ошо осраҡтарҙы иҫкәртеү иген сифатын тикшереү лабораторияһы белгестәре иңендә.Үҫемлектәрҙе яҡлау бүлеге иһә быйыл өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Фотоколориметр тигәне һабаҡ-япраҡ торошо буйынса үҫемлектең ниндәй химик матдәгә мохтаж икәнлеген асыҡларға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә хужалыҡтар, баҫыуға минераль ашламаларҙың талап ителгән күләмен генә индереп, байтаҡ сығымдарҙы ҡыҫҡарта ала.  Үҫемселекте яңы кимәлгә сығарыу өсөн  ауыл хужалығы үҙәге хеҙмәткәрҙәренең биопрепараттар етештереүҙең исемлеген дә күләмен дә арттырырға, ә орлоҡсолоҡ йүнәлешен микроклондар нигеҙенә ҡуйырға  иҫәбе бар. Белгестәр етерлек, майҙандар тарыраҡ.Бында әле киләһе яҙ сәсергә тәғәйен 100 меңгә яҡын картуф бүлбеһе әҙер. Республика аграрийҙары ихтыяжы булһа үҙәк белгестәре был һанды 500 меңгә еткерә ала. 



Последние новости

Яндекс.Метрика