Хәүефте алдан иҫкәртеү хәйерлерәк

Хәүефте алдан  иҫкәртеү хәйерлерәк.

Өфөлә зәңгәр яғыулыҡ менән ҡулланыусылар өсөн хәүефһеҙлек кампанияһы башланды. Белгестәр йорттарға килеп газ ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшерә һәм уны ҡулланыу ҡағиҙәләрен тикшерә. Баҡтиһәң, күптәр ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә белмәй. Зәңгәр яғыулыҡтың файҙалы ғына түгел хәүефле лә икәнен республика халҡына Бөрөләге фажиғә иҫкәртте. Йыл башында 3 бала һәм 2 ҡатын фатирҙа газдан ағыуланып үлде. Фаразлауҙар буйынса, ғәҙәттән тыш хәлгә бүлмәнең елләтеү системаһы эшләмәү сәбәпсе була.Был ваҡиғанан һуң, газ ҡоролмаларын ҡулланған ваҡытта башҡарылырға тейешле ябай ҡағиҙәләрҙе лә ҡабаттан иҫләтеү оло әһәмиәткә эйә. Сөнки ул кемдеңдер ғүмерен һәм һаулығын ҡотҡарып ҡаласаҡ. Ҡоролмаларҙың техник торошона айырыуса яуаплы ҡарарға кәрәк ти белгестәр.Шулай ҙа бындай тикшереүҙәрҙең ни тиклем мөһим булыуын ҡулланыусыға еткереү күп сраҡта бик ауырға төшә ти газ хеҙмәте белгестәре. Ҡайһы берҙәр, хатта белгестәр алдында ишеген бикләп ҡуя. Тикшереү түләүле, уның хаҡы ҡулланылған ҡоролмаларҙың һанынан тора. Шунлыҡтан да кешеләр артыҡ аҡсаһын сығарып бирергә теләмәй.   Әммә һүҙ хәүефһеҙлек хаҡында барғанда аҡса һынау урынһыҙ, ул күпкә күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тап ошондай тикшереүҙәр барышында газ хеҙмәте белгестәре күп кенә етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Радик Нағуманов Йорт эсендәге газ ҡоролмаларын ҡулланыу бүлеге етәксеһе. Зәңгәр яғыулыҡты көнкүрештә файҙаланыуҙа хәүефһеҙлек сараларын пропагандалау кампанияһы сиктәрендә белгестәр газ үткән һәр йортҡа инеп тикшерергә бурыслы. Ул йылына ике тапҡыр: йылытыу миҙгеле алдынан һәм ул тамамланған ваҡытта ойошторола. Көндәр һыуыныу менән фажиғәле хәлдәр арта һәм был ваҡытта газ ҡоролмаларының төҙөклөгөн асыҡлау кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуы ла ихтимал.



Последние новости

Яндекс.Метрика