2025 йылға Өфөлә яңы күпер барлыҡҡа киләсәк

  • 2025 йылға Өфөлә яңы күпер барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

2025 йылға Өфөлә яңы күпер барлыҡҡа киләсәк.

 Баш ҡаланың транспорт инфраструктураһын үҫтереү проектына ярашлы ул 2025 йылға тиклем төҙөлөргә тейеш. Иң оҙон күпер Черниковканы Затон биҫтәһә менән тоташтыра. Ул Интернациональ урамының дауамында урынлаша һәм Алексеевка, 8 Март ҡасабаларына сыға. Яңы транспорт артерияһы М5 һәм М7 трассаларын да тоташтырып торасаҡ. Проекттың хаҡы 8 миллиард ярымға баһалана. Яңыраҡ асылған Затон күпере уүайлылығы менән айырылып тора. Унда яҡтыртыу бағаналары һәм юл ҡоймалары ҡуйылған. Юл хәрәкәте менән идара итеү системаһы бар. Улар водителдәрҙе һауа шарттары һәм тиҙлек режимы хаҡында иҫкәртә.



Последние новости

Яндекс.Метрика