Экология министрлығының күсмә лабораторияһы баш ҡаланың бар райондарында ла һауаны тикшерә

Экология министрлығының күсмә лабораторияһы баш ҡаланың бар райондарында ла һауаны тикшерә. Бындай тикшереүҙәрҙең сәбәбе – халыҡтың күпләп зарланыуы. Һулар һауа бысраныуға кем ғәйепле? Черниковка биҫтәһендәге һауа йылдан-йыл насарая, ти Елена Елизарьева. Экологияның боҙолоуы беҙҙең  һаулыҡҡа  зыян килтерә, ти ул. Күсмә лаборатория өс газ анализаторынан һәм хроматографтан тора. Бер анализ эшләр өсөн уртаса ярты сәғәт ваҡыт талап ителә. Анализдарҙың һөҙөмтәһе шәптән түгел. Завод тирәһендә ел юҡ саҡта – бысраныу күрһәткестәре транспорт йөрөгән ергә ҡарағанда түбәнерәк. Шулай ҙа бәғзе берәүҙәр анализ һөҙөмтәләренә шик белдерә. Республика быйыл ике тапҡыр экологик хәүеф янаны. Башҡортостанды июль башында томанһыу ҡапланы, бынан тыш Өфө районының Сергеевка ауылында углеводород ағып сығып халыҡты борсоуға һалды. Һауала барлыҡҡа килгән ағыулы матдәләр кеше организымына йыйыла, ти белгестәр. Ҡала халҡы һаман Өфөлә ниндәй еҫ таралыуын аңлай алмай. Лабораториялар ҡайһы ваҡыт насар матдәләрҙе билдәләп өлгөрмәй, һауаны тәү сиратта автотранспорт  бысрата, ти белгестәр. 



Последние новости

Яндекс.Метрика