Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте Севастопольдә украин диверсанттарын ҡалға алды. Уларҙан ҡорал һәм шартлатҡыстар тартып алынған. Диверсанттар йәшәгән фатирҙа шулай уҡ украина оборона министрлығы хәрби бүлеге мисәттәре, Һул сектор ҡағыҙҙары, хәрби кейемдәр табылған.

Американың бер-нисә эре ҡалаһында президент һайлауында республикан Дональд Трамптың еңеүенә ҡаршы акциялар үтте.  Ҡушма Штаттарҙың һайланған президенты был акцияларға үҙ фекерен белдереп һайлау ғәҙел үтте тип белдергән. Американың әлеге президенты Барак Обама ла ватандаштарын тынысланырға саҡырған.

Чили парламентының түбәнге палатаһына дәүләт сеторында эшләүселәр үтеп инеп эш хаҡын арттырыуҙы талап иткән. Улар Хөкүмәт тәҡдимдәре менән риза булмауҙарын белдереп ҡанун сығарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Спикер талабынан һуң полиция көс ҡулланырға мәжбүр булған.



Последние новости

Яндекс.Метрика