Магазиндан һатып алынған һөттә үле сысҡандар табыусы ҡатын судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына

Магазиндан һатып алынған һөттә үле сысҡандар табыусы ҡатын судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.

Ул үҙ һаулығы өсөн борсола. Ә ризыҡты етештереүсе был көнәркәштәрҙең эше, тип белдерә.Урындағы кибеттән һатып алған һөт һауытында дүрт ҡомаҡ таба ҡатын.Ҡатын һөттө ҙур сауҙа селтәрендә һатып алған. Ҡайтҡас, асып ҡараһа, әсегән булып сыға. Яраҡлыҡ ваҡыты сыҡҡанға күрә, әсегәненә ҙур иғтибар бирмәй, эсеп ҡарай. Ә кисен ташларға була.Интернет селтәрендә килеп сыҡҡан ошо фотолар йәмғиәттә борсолоу тыуҙырҙы. Продукцияны етештереүселәр ҙә яуап ҡайтармай ҡалманы. Ҡомаҡтың һөттә барлыҡҡа килеүе — көнәркәш предприятиелар тарафынан юрамал эшләнгән хәл ти, предприятие етәксеһе.Илдар Файзуллин судҡа мөрәжәғәт итәсәген белдерҙе. Ә ҡатын һаман да ҡурҡыу хәлендә һәм әхләҡи зыян өсөн компенсация алырға теләй.  Ҡурҡыныс табышты ҡатын әле лә ташламаған. Ул Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә йыйына. 



Последние новости

Яндекс.Метрика