Балаларҙы нисек эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итергә?

Белгестәр әйтеүенсә, балалар баҡсаһынан уҡ. Өфөнөң 30-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йорттар төҙөргә өйрәнде.  Тағы ла буяусы, ташсы, крансы, балтасы — төҙөлөш өлкәһендә һөнәрҙәрҙең ниндәйе генә юҡ. Баш ҡаланың 30-сы балалар баҡсаһында кескәйҙәр донъяла иң әһәмиәтлеләрҙән һәм кәрәклеләрҙән булған һөнәр менән таныша. Йәнһүрәт геройы үткәргән уйын да балаларға был һөнәрҙең үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итә. Балалар баҡсаһы бәләкәй генә төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Бәләкәстәр сәмләнеп, йорт һүрәттәре төшөрә.Уйын -  балаларҙың донъяны танып белеүҙең төп төрө булып тора. Шуға ла, мауыҡтырғыс һәм аңлайышлы  шөғөл  аша үҙе теләп яңы һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһына, ти тәрбиәселәр.Йәш быуынға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү, эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалау проекттың төп маҡсаттары булып тора. Ғөмүмән, замана балалары юрист, иҡтисад белгестәре әҙерләүсе уҡыу йорттарына инергә тырыша. Әммә был һөнәр эйәләре күбәйеп китеү сәбәпле, дипломлы белгестәр эш таба алмай яфалана. Шул уҡ мәлдә, иң кәрәкле һаналған төҙөүсе, иретеп-йәбештереүсе, тракторсы, инженер-механик кеүек белгестәр етешмәй.Олатайым төҙөүсе, өләсәйем тегенсе — кескәйҙәр ғаиләһенең шәжәрәһен төҙөп, яҡындарының кем булып эшләгәнен яҙып ҡуйған. Күп осраҡта, балалар ата-әсәһенә оҡшарға тырыша. Шуға бер һөнәр династиялары барлыҡҡа килә лә инде. Киләсәктә был балалар баҡсаһында башҡа йүнәлештәге түңәрәктәр үткәреп, һөнәрҙәр ҡаласығын булдырырға ниәтләйҙәр. 



Последние новости

Яндекс.Метрика