Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияның махсус хеҙмәттәре ете кешене ҡулға алып яңы теракттарҙы иҫкәртә алды. Илдең эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер йылда ғына  20 террор ғәмәле иҫкәртелгән. Террор эшмәкәрлегендә шикләнеп 418 кеше ҡулға алынған.
Рәсәйҙең билдәле телеканалы космонавт Андрей Борисенко менән халыҡ-ара космос станцияһы буйлап сәйхәт башлай. “Купол” исемле модуль үтә күренмәле ете иллюминаторҙан тора һәм ерҙе, асыҡ космоста эшләгән техниканы һәм космонавтарҙы күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән.
Японияла ер тетрәгән. Уның көсө Рихтер шкалаһы буйынса 7 лә 3 балға еткән. Халыҡ өс метрлыҡ цунами булыу ихтималлығы тураһында иҫкәртелгән. Бер-нисә префектурала ашығыс саралар күрелә. Атом электр станцияларын тикшереү башланған.
Бразилияла ягуарҙың кайманға һөжүм итеүен видеоға төшөргәндәр. Йыртҡыс яр тирәләй йөрөгәндә ҡапыл аллигаторға ташлана. Улар икәүләшеп һыу төбөнә китәләр. Әммә бер аҙҙан ягуар өс метрлыҡ крокодилды тештәре менән ҡыҫып ярға сыға. 

 



Яндекс.Метрика