Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров бизнес вәкилдәрен ҡабул итте

Эшҡыуарҙарҙы ниндәй проблемалар борсой? Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров бизнес вәкилдәрен ҡабул итте. Башҡортостан прокурорына Өфө ҡалаһынан һәм яҡын урынлашҡан райондарҙан эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итте.

Әлфиә Әғлиуллина ҡуртымға алынған был бинала 2003 йылдан алып сауҙа итә. Бында дарыухана ойошторолған һәм балалар өсөн әйберҙәр һатыла. Ошо арауыҡта эшҡыуар килешеүҙә яҙылған бөтә шарттарҙы ла теүәл үтәп барған һәм хәҙер бинаны закон буйынса һатып алырға теләй.

Әммә, урындағы властар был дәғүәләр дөрөҫкә тап килмәй, тип белдерә. Хакимиәт вәкилдәре эшҡыуарҙың бина эсен рөхсәтһеҙ үҙгәртеп ҡороуын асыҡлаған, бынан тыш федераль законда ла аныҡлыҡ юҡ, тигән фекерҙә.

Эшҡыуарҙарҙың хәл ителмәгән мәсьәләләре бихисап. Уларға төрлө бюрократик кәртәләрҙән тыш, башҡа проблемалар менән дә осрашырға тура килә. Йүнсел яҡшы эшләй икән, тимәк, мул табыш ала. Был иһә килгән һалымдан төбәк ҡаҙнаһы тулылана тигән һүҙ. Ил етәкселеге эшҡыуарҙарға бөтә шарттар тыуҙырырға ҡуша. Әммә ил етәкселегенең фарманын күптәр ишетергә теләмәй. Мәҫәлән, Иглин районында социаль йорттар төҙөгән эшҡыуарҙарға төрлө кәртәләр ҡуялар.

Эшҡыуарҙар кәртәләр ҡуйылған осраҡта туранан-тура прокуратура органдарына мөрәжәғәт итә ала. Урындағы хакимиәттәрҙең эшләп еткермәүе, эшмәкәрлек алып барыуға аяҡ салыуы, хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәт эше асыуҙа тейешле әүҙемлек күрһәтмәүе, мутлашыусыларҙың артыуы, суд ҡарарҙары үтәлмәүе һәм һалымдарҙың дөрөҫ билдәләнмәүе менән осрашҡан һәр эшҡыуар  прокуратураның ярҙамына өмөт итә ала.

Башҡортостан прокуратураһы аҙна һайын ҡабул итеүҙәр ойоштора. Прокурорҙан башҡа уның урынбаҫарҙары һәм ярҙамсылары район-ҡалаларға сығып халыҡ менән аралаша. Был юлы Андрей Назаровҡа 8 мөрәжәғәт булды. Башҡортостан прокуроры уларҙың барыһын да күҙәтеүгә алды.

Быйыл Башҡортостан прокурорына 360-ған кеше мөрәжәғәт иткән. Ғаризалар буйынса шунда уҡ тикшереү ойошторолған һәм закон боҙоу осраҡтары асыҡланғанда тәртип урынлаштырыу буйынса саралар күрелгән. 



Яндекс.Метрика