ТЭФИ-ТӨБӘК-2016. Икенсе көн

ТЭФИ ТӨБӘК ” Бөтә Рәсәй конкурсы ил төбәктәрендә телевидениены үҫтереүгә тос өлөш индереп кенә ҡалмай, хәбәрселәрҙе лә берләштерә. Был турала  конкурсты асыу тантанаһында белдерелде. Конкурсты асыу тантанаһынан хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы.

Был кешеләрҙе үҙ һөнәренә һөйөү берләштерә. Телевидениеға тәү ҡараштан ғашиҡ, ғүмер буйы уға тоғро. Наилә Ғәләүетдинова Башҡортостан телерадиокомпанияһында ярты быуат ҡына.  Ярышта ҡатнашыр әмәл булһа, һис уйлап тормаҫ инем, ти.

ТЭФИ төбәк фестиваленең 15-се тапҡыр ойошторолоуы ла ярыштарҙың кәрәк, мөһим һәм фәһемле икәнен дәлилләй. Рәсәй телевидение академияһы фонды генераль директоры Этери Левиева фекеренсә, уға һәр кем әүҙем әҙерләнергә, ҡатнашырға һәм еңергә, тигән маҡсат ҡуйып хеҙмәттәштәрен тағы ла бер баҫҡысҡа юғары күтәрелергә мәжбүр итә.

Дәрәжәле баһалама хөкөмөнә Рәсәйҙең 83 төбәгендә теркәлгән 167 телекомпаниянан 600-гә яҡын ижади эш тәҡдим ителде. 211-е мәғлүмәт программалары, 334-е мәғрифәтселек йүнәлешендәге тапшырыуҙар һәм быйыл тәүге тапҡыр яңы — Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу номинацияһы барлыҡҡа килде.

ТЭФИ төбәк конкурсының йомғаҡлау этабын Өфөлә үткәреүҙе Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы республика башлығы һәм Башнефть компанияһы ярҙамында ойошторҙо.

Фестиваль ҡунаҡтары Өфө тураһында тәүге тәьҫортаттарын да уртаҡлаша. Башҡала музейҙарына сәйәхәт, иҫтәлекле бүләк, күстәнәстәр – барыһы ла яҡшы кәйеф һәм еңеү дәрте өсөн.

Фестиваль асыҡ, телевидениеға мөкиббәндәрҙе алда ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс аралашыуҙар һәм иң тулҡынландырғыс  мәл еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы көтә.



Яндекс.Метрика