Автомобиль тәҙрәһен таҙартыу шыйыҡсаһын нисек һайларға?

  • Автомобиль тәҙрәһен таҙартыу  шыйыҡсаһын нисек һайларға?  | ГТРК «Башкортостан»

Күп кенә водителдәр юлдарҙа автомобиль тәҙрәләрен таҙартыу  шыйыҡсылары менән сауҙа итеүселәрҙе күргәне барҙыр. Ҡайһы берҙәр уны машиналарына ҡойоп, һуңынан табиптарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр.

2000-се йылдар башында туңмай торған шыйыҡсалар метил, этил һәм изопропил спирты нигеҙендә етештерелде. Хәҙер ул тик изопропил спирты нигеҙендә генә эшләнә. Белгестәр автомобиль тәҙрәһен таҙарта торған шыйыҡсаны һатып алғанда уны һелкетеп ҡарарға тәҡдим итә. Әгәр, ул күперһә, тимәк сифатлы шыйыҡса. Бынан тыш, һауыт төбөндә төрлө ҡалдыҡтар йөҙөп йөрөргә тейеш түгел. Ҡайһы бер шыйыҡсаларҙа метанол барлығы асыҡланған. Ул кеше сәләмәтлеге өсөн ныҡ зарарл. Күреү һәләтен юғалтыуығыҙ мөмкин, ә ауыҙ иткән осраҡта, бөтөнләй донъя менән хушлашыуығыҙ ихтимал.



Яндекс.Метрика