Ни өсөн идарасы компанияның бурыстарын торлаҡ хужалары ҡайтарырға тейеш?

Өфө халҡы торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең тағы ла артыуына зарлана. Киров районында йәшәңселәргә ҙур сумма менән квитанциялар килгән. Был иһә фатир хужаларында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Оло йәштәгеләрҙең пенсияһы тотошлай тиерлек торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн китә. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов мәсьәләнең асылына төшөргә тырышты.

Рәмилә Сәхибгәрәева яңғыҙы бер бүлмәле фатирҙа көн күрә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Өфө циркында эшләгән. Пенсионер тәүҙә электр энергияһын самалап тотонһа, хәҙер инде һыуҙы ла кәмерәк ҡулланырға тырыша.

Фатир хужалары ғариза менән судтарға мөрәжәғәт итә башлаған. Милекселәр берҙәм иҫәпләү үҙәгенән хат та алған. Унда торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе Киров районының торлаҡ хужалығы идаралығы арттырған, тип яҙылған. Баҡтиһәң, идарасы компаниялар 2012 йылдың ғинуарынан сентябргә тиклем эҫе һәм һыуыҡ һыу өсөн түләүҙе тик фатирҙарҙың иҫәпләү ҡоролмаһы буйынса ғына яҙған. Һөҙөмтәлә дәүләт алдында бурыс барлыҡҡа килгән.

Ни өсөн идарасы компанияның бурыстарын торлаҡ хужалары ҡайтарырға тейеш? Ойошманан белдереүҙәренсә, закон буйынса эҫе һәм һыуыҡ һыу өсөн түләүҙәрҙе 2012-се йылда уҡ арттырып яҙырға тейеш булғандар. Әммә, хәҙер бер нимәне лә үҙгәртеп булмай. Шуға күрә йыйылған бурыстың бер өлөшөн идарасы компания үҙе түләй, ҡалғанын фатир хужалары ҡапларға тейеш.

Йәғни, кемгәлер 300 һум, кемгәлер 400-500 һум өҫтәп яҙғандар. Һөҙөмтәлә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләү өсөн квитанция артып килгән. Әйткәндәй, тиҙҙән был хатаны Өфөнөң башҡа райондарында ла төҙәтергә йыйыналар.

2012 йылда күпселек идарасы компаниялар хата эшләгән. Улар эҫе һәм һыуыҡ һыу өсөн түләүҙәрҙе яңы система буйынса билдәләмәгән. Һөҙөмтәлә ҡаҙна күпмелер аҡса алып еткермәгән. Ошо сумманы ҡайтарыр өсөн идарасы компаниялар юғары хаҡ менән квитанциялар ебәрә башлаған. Әлегә ошондай хәл Киров районында күҙәтелә. 



Яндекс.Метрика