Бер-нисә сәғәттән “ТЭФИ-төбәк” 2016 Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының еңеүселәре билдәле буласаҡ.

Бер-нисә сәғәттән “ТЭФИ-төбәк” 2016 Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының еңеүселәре билдәле буласаҡ.

Әлегә финалистар баш ҡалабыҙ менән танышыуын дауам итә, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша. Билдәле тележурналистар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.  “ТЭФИ-төбәк” 2016 конкурсы ҡатнашыусыларына “Ожмах”ты, йәғни Андрей Кончаловскийҙың “Рай” фильмын да тәүгеләрҙән булып күреү бәхете тейҙе. Тәү ҡарашҡа геройҙар концлагерьҙа һорау алған кеүек тойола. Ә ысынын да иһә улар үлгәндән һуң, Хоҙай алдында тәүбә итә.Төп рольдәрҙең береһен режиссерҙың ҡатыны Юлия Высоцкая башҡара. Ул рус аристократы, кенәз ҡатыны Оболенскаяның прототибы. Тағы ла  француз жандармы һәм немец офицерының ғүмере күҙ алдынан үтә. Улар ниндәй тормош менән йәшәүҙәрен һөйләй, уй — кисерештәре менән бүлешә. Әйткәндәй, ул “сит телдәге иң яҡшы фильм” номинацияһында Оскарға дәғүә итә. Фильм әле донъя кимәлендә еңеүҙәр яулап та өлгөргән.    “ТЭФИ – төбәк” финалистары һәм ҡунаҡтары тәүгеләрҙән булып ошо үҙенсәлекле фильм менән танышты. Ҡарағандан һуң төрлө фекерҙәр яңғыраны, фильмға ҡарата мөнәсәбәттәрен белдерҙе.130 минутлыҡ кинолентаны Рәсәй тамашасыһы 2017 йылдың ғинуар айында күрәсәк.Конкурс яңы кешеләр менән таныштырып ҡына ҡалмай, күптән күрешмәгән дуҫтарҙы ла осраштыра.Берәүҙәр дуҫтар менән аралашҡансы, икенселәр белем туплай. Бер үк эш хаҡына нисек күберәк эшләтергә. Вячеслав Духин алып барған оҫталыҡ дәресе ошо темаға арналған. Билдәле Рәсәй журналисы төбәк телевидениеһы эшмәкәрлегенең төп асылы тураһында һөйләне. Тәү сиратта журналистың эше кешеләргә файҙа килтерергә тейеш.  Ә бөгөн журналистар сценарий өҫтөндә эшләргә өйрәнде. “Рәсәй телевидение академияһы” фондының президенты Александр Акопов үҙенең тәжрибәһе менән бүлеште. Әлеге минуттарҙа билдәле тележурналист Александр Любимовтың оҫталыҡ дәресе башланып тора. Ул телекомпанияны ижади көрсөктән сығарыу юлдарын өйрәтә. Ә жюри ағзалары финалистарҙың баһалау эшен тамамлай. Һәм бер-нисә сәғәттән еңеүселәр билдәле буласаҡ. Киске етелә Башҡортостан дәүләт концерт залында иң-иңдәргә илдәге иң абруйлы телепремия — Орфей тапшырыла.



Яндекс.Метрика