Стәрлетамаҡта юлды билдәләнмәгән урындан сығыусы бала машина аҫтында ҡалған

Стәрлетамаҡта юлды билдәләнмәгән урындан сығыусы бала машина аҫтында ҡалған.

Башдтп төркөмөндә ҡуйылған был видеонан күренеүенсә, бәләкәй тиҙлектә барыусы автомобиль тәүҙә бер йәйәүлене үткәрә, ә икенсеһе алдында туҡтап өлгөрә алмай-бала көтмәгәндә килеп сыға. Ул иҫән-һау, еңелсә йәрәхәттәр менән генә ҡотолған. Әммә быға тиклем ҡыҙға операция яһаған булғандар.

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте, Рәсәйҙең ҡулланыусылар йәмғиәте үҙәк берлеге һәм республиканың ошондай уҡ ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм илдең Центрсоюз Советы рәйесе Дмитрий Зубов ҡул ҡуйҙы. Килешеү 2016-22-се йылдарға иҫәпләнгән һәм уның маҡсаты – халыҡты социаль-иҡтисади йәһәттән яҡлау, хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу, шәхси һәм фермер хужалыҡтарын тергеҙеү нигеҙендә ауыл ерҙәрен үҫтереү.Документта ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының эш һөҙөмтәһен яҡшыртыу тураһында әйтелә. Йәғни, улар халыҡтан, шәхси һәм фермер хужалыҡтарынан тауар һатып алыуҙы арттырырға тейеш. Бынан тыш, дәүләт учреждениеларын урындағы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бурысы тора.



Яндекс.Метрика