“Салауат Юлаев” хоккей клубы 55 йыллығын билдәләй

Бөгөн илдең иң көслө хоккей клубтарының береһе – “Салауат Юлаев” 55 йыллыҡ юбилейын  билдәләй. Тыуған көнөндә лә хоккейсылар боҙ аренаһында. Бөгөн көйәрмәндәрҙе сағыу уйын көтә. “Салауат Юлаев”тың – Мәскәүҙең “Динамо” клубы менән уйынын  йәшенән алып ҡартына тиклем һәр кем күрергә ашҡына. Салауат Юлаев хоккей клубының иң оло көйәрмәне яратҡан командаһы менән бер көндә  тиерлек үҙенең дә юбилейын билдәләй. Уға 90 йәш тулды. Юлаевсыларҙың барлыҡҡа килгәненән алып, бөгөнгәсә бер уйынын да ҡалдырмаған инәй фатирының мөйөшөн дә хатта хоккейға арнап биҙәгән.Өйҙәрендә тәүге телевизор барлыҡҡа килгәндән алып Фәймә Сәйфелғәлим ҡыҙы Зәйнуллина хоккей матчтарының трансляцияларын күҙәтә. Хәтере насарайыуға зарланһа ла ул Рәсәйҙең генә түгел, донъя кимәлендәге хоккей клубтарының спортсыларын белә. Уларҙың уйындарын күҙәтеп бара.Фатирҙа барлыҡҡа килгән киң экранлы телевизор ҙа тап хоккей матчтарын ҡарау өсөн махсус алына. Стадионға бара алмаған осраҡтарҙа Фәймә инәй яратҡан уйынсыларын өйҙә күҙәтә.Фәймә инәйгә хоккей тип янып-көйгән йәш ҡыҙҙар көнләшерлек. Юлаевсылар бик һирәктәрҙе генә  йыл да тыуған көнө менән ҡотлап, автографтары ҡуйылған открытка бүләк итә. Фәймә инәйҙә улар инде бер нисәү. Быйыл да ҡотларға онотмағандар. Оло көйәрмән дә бөгөн Салауат Юлаев командаһын тыуған көнө менән барып, шәхсән  ҡотларға йыйына. 



Яндекс.Метрика