“ТЭФИ-Төбәк” конкурсы тамам

ТЭФИ-Төбәк” конкурсы тамам.

Унда ҡатнашыусылар республиканың ҡунаҡсыллығына, конкурсты ойоштороу кимәленә таң ҡалып Өфө менән хушлаша. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың конкурс ҡунаҡтары һәм ойоштороусылары менән осрашыуында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы. Унда Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы етәксеһе Михаил Сеславинский, Бөтә Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе урынбаҫары Рифат Сабитов, Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы директоыр Азамат Сәлихов ҡатнашты. Осрашыуҙа телевидениеның киләсәге, бер-нисә йылдан көнүҙәк буласаҡ яңы форматтар тураһында һүҙ барҙы. Республика башлығы менән осрашҡандан һуң ҡунаҡтар телеүҙәктә булды. Телекомпания етәкселеге менән артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре атап әйткәндә, телеүҙәктең тарихи бинаһын реконструкциялау тураһында һүҙ барҙы.



Яндекс.Метрика