Быйыл ҡыш һалҡын буласаҡ

Быйыл ҡыш һалҡын буласаҡ.

Был турала бөгөн “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында география Фәндәре кандидаты Инбер Яппаров белдерҙе. Әлегә һауа торошо көйһөҙләнеп тороуын дауам итә. Төнө буйы яуған көслө ҡарҙан һуң бөгөн Өфө урамдарында машинала түгел, хатта йәйәүләп тә йөрөп булмай ине. Тығындар хәҙер инде Өфөнөң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә бара. Ошо сәбәпле күптәр эшкә һуңлай. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре  урамдарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмай. Үткән ял көндәрендә генә 20 мең кубометр ҡар сығарылған. Синоптиктар бөгөн боҙло ямғыр вәғәҙәләй. Ә юл инспекторҙары алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Дүшәмбе ауыр көн, ә бөгөнгө иртәне тәүлектән ашыу яуған ҡар тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Өфөлә тығындар 9 баллаға етте. Дим биҫтәһенән илткән трассала автомобилдәр сәғәтенә 5 саҡрым тиҙлек менән хәрәкәт итергә мәжбүр ине. Был һәүәҫкәр видеяҙманан күренеүенсә, Өфө-Аэропорт трассаһы менән ҡушылған үткәүелдә коммуналь хеҙмәттәр ҡарҙы юл уртаһына өйөп ҡалдырған. Төндә Өфө-Белорет юлында тиҫтәләгән фураларҙан торған тығын барлыҡҡа килгән. Ошондай уҡ хәл М5 трасса?ында , Аша янында ла күҙәтелде.Ҡала эсендә әле бөтә көстәр төп автомагистралдәрҙе таҙартыуға йүнәлтелгән. Төндә баш ҡала урамдарына 300-ҙән ашыу коммуналь техника сыҡты. Сиратта тротуар, йорт яны биләмәләре.Коммуналь хеҙмәткәрҙәр көсөргәнешле режимда эшләһә лә, юлдарҙы таҙартып өлгөрмәй. Быйылғы көҙ үҙенең тотороҡһоҙлоғо менән хайран итә. Был көндәрҙә синоптиктар ямғыр вәғәҙәләһә, ғәмәлдә бер айлыҡ ҡар яуып һалды. Белгестәр бындай күренештәр быйылғы ҡышта йыш ҡабатлданасаҡ тип фаразлай.



Яндекс.Метрика