Өфөлә машинаның ер аҫтына китеүе халыҡ араһында имеш-мимештәргә нигеҙ булды

Өфөлә машинаның ер аҫтына китеүе халыҡ араһында имеш-мимештәргә нигеҙ булды.

Черниковка биҫтәһендә еңел автомобилде ысын мәғәнәһендә ер йотто. Уны әле һаман таба алмайҙар. Ғаиләнең яратҡан машинаһы йорт янында ер аҫтына китеүе тураһында  Лариса Крашенниниковаға иптәше телефон аша хәбәр итә.  Тәүҙә хужалар “Өфө һыу каналы” ойошмаһына шылтырата, һуңынан иһә ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Тик махсус хеҙмәттәр килгәнсе машина ер аҫтына китә.  Ер аҫты ҡыуышлығы шунда уҡ һыу менән тула. Хужалар иһә һаман да ҡурҡыуҙа.  Ғаилә башлығы был хәлдең ыңғай яғын күреп, хәҙер йәйәү йөрөрбөҙ тип шаяртһа ла, фажиғәлә ҡорбандар булыу ихтималлығын да йәшермәй.  Өфөләге был хәл бер-нисә федераль телеканалда ла күрһәтелде. Ә машина батҡан урын иһә хәҙер ер менән тигеҙләнгән. Автомобилде таба алмайҙар.  



Яндекс.Метрика