Платонды алдап буламы?

Платонды алдап буламы? Бер йыл элек барлыҡҡа килгән система юл төҙөлөшө өсөн 17 миллиард һум килем яһай. Башҡортостан йөк ташыусыларының күбеһе емерелгән юлдар өсөн иғәнә түләһә, законды урап үтергә теләгәндәр ҙә етерлек. Федераль трассаларҙы намыҫһыҙ файҙаланған хәйләкәрҙәрҙе күсмә контроль белгестәре Ростехнадзор һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары менән бергәләп асыҡлай. Ошондай тикшереүҙәрҙең береһендә беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты.

Ҡаҙағстандан юлға сыҡҡан Руслан Нурҡорбанов был юлы еңел генә үтеп китә алманы. Ул юл өсөн хаҡ түләмәгән. Водитель  “Платон” системаһын файҙаланыуҙың борт ҡоролмаһы сафтан сыҡҡан, тип ышандырырға тырыша.

Машинаны инспекторҙар штраф туҡталҡаһына оҙата.  Иғәнә түләнгәнсә, ул шунда торасаҡ. Маршрут картаһы булмаған, “Платон” системаһында теркәлмәгән һәм юл файҙаланған өсөн түләмәгән осраҡта беренсе штраф биш мең һум, артабан да ҡағиҙәләр боҙолһа – 10 меңгә етә. Иғәнәләрҙе терминалдар аша түләргә лә, банк иҫәбенән күсерергә лә мөмкин. Республикала йөк ташыу менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙың 90 процентының транспорты “Платон” системаһы ҡоролмаһы менән йыһазландырылған. Ҡайһы бер мутлашыусылар тапшырғыстарҙы һүндереп ҡуя. Йә уларҙы рация аша тикшереүселәр тураһында хәбәр алғас ҡына ҡабыҙа.

Күсмә контроль инспекторҙарына фото һәм видеояҙма ярҙамға килә. Йөк машинаһы номерынан уҡ танылып, ҡағиҙә боҙоу осраҡтары шунда уҡ асыҡлана. Киләһе йыл Башҡортостанда рамға ҡуйылған стационар камералар урынлаштырыу күҙаллана.

Яңы йыһаздар инспекторҙар эшен еңеләйтер ине. Әлегә ҡағиҙә боҙоусыларҙың барыһын да асыҡлауы ҡыйын.

Ун ике тоннанан ауыр йөк машиналарынан иғәнәләр алыу тәртибе икенсе йыл эшләй. Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо арауыҡта юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә 17 миллиард һум аҡса йыйылған. Өфөлә быйыл асылған яңы Затон күпере өлөшләтә тап “Платон” системаһы килеме иҫәбенә  төҙөлгән тәүге объекттарҙың береһе.



Яндекс.Метрика