Буласаҡ белгестәр ниндәй проекттарға өҫтөнлөк бирә?

Башҡортостандың мәғәрифты үҫтереү институты колледждар һәм урта профессиональ белем биреү студенттары белемен тикшерә. Ошо йәһәттән Өфөлә республика кимәлендәге фәнни – ғәмәли конференция уҙҙы.  Буласаҡ белгестәр бөгөн ниндәй проекттарға өҫтөнлөк бирә, улар тәҡдим иткән программалар иҡтисадтың ҡайһы өлкәләрендә киң ҡулланыш табасаҡ. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов әҙерләгән яҙмала. 

Яңы экспонаттар һәм ғилми ерлеккә нигеҙләнгән программалар. Өфөлә, йыл һайын уҙғарылған форум тап яңы авторҙар, ғилем менән ҡыҙыҡһынған  студенттарҙы асыҡларға ярҙам итә.

Конференцияның маҡсаты –урта белем биреү системаһында студенттарҙың әҙәниәтен үҫтереү һәм үҙ-ара тәжрибә менән уртаҡлашыу.

Конференцияның темаһы заман талаптарына бәйле. Ул федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттары буйынса эшсе һөнәрҙәрен, белгестәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостандың төрлө райондарынан урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттарынан килгән студенттар үҙҙәренең һөнәрҙәрен тап ошо майҙанда күрһәттеләр. Был күргәҙмәлә заманса технологиянан алып  ябай туҙҙан эшләнгән экспонаттар ҙа булды.

Башҡортостанда студенттарҙың һөнәри белемен камиллаштырыу буйынса дәүләт кимәлендәге программалар ҙа ҡабул ителгән. Юғары  уҡыу йорто – колледждар араһындағы кластерҙар ҙа ошо йүнәлеште камиллаштырыу бурысын ҡуя. Барлыҡ һөҙөмтәләр ҙә ошо экспозицияла асыҡ күренә. Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән ғилми өлгөләр һәм фәнни программалар йәштәрҙең  ғилемгә ынтылышына дәлил.  



Яндекс.Метрика