Синоптиктары бөгөн һауа торошоноң тағы ла насарайыуы тураһында иҫкәртә

Башҡортостан синоптиктары бөгөн һауа торошоноң тағы ла насарайыуы тураһында иҫкәртә.

Епшек ҡар яуыуы ихтимал, юлдарҙа боҙлауыҡ. Тотороҡһоҙ һауа торошо арҡаһында бер тәүлек эсендә республика юлдарында хәл дә ҡатмарлы булып ҡала. Быға водителдәрҙең үҙенә артыҡ ышаныуы, һауа торошон инҡар итеүе сәбәпсе, ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш инспекторы Динар Ғилметдинов.

Бөгөн кискә синоптиктар йәнә көндәр һыуыта башлауын фаразлай. Тимәк, йәнә уңайлы, таймай торған аяҡ кейеме кейеп тайғаҡ юлдан атлау оҫталығын һанарға сығырға тура килә. Иң мөһиме ындай сәйәхәттең дауахана койкаһында тамамланмауы мөһим.



Яндекс.Метрика