Иртәгә һалым түләүҙең һуңғы көнө

Яңылыҡтар сығарылышын дауам итәбеҙ. Иртәгә һалым түләүҙең һуңғы көнө. 1-се декабрь тамамланғанға тиклем һәр кем дәүләт алдындағы бөтә төр бурыстары менән иҫәпләшеп өлгөрөргә тейеш. Кире осраҡта,  пеня арта барасаҡ. Билдәле булыуынса, һалым фатирға, бүлмәгә, йортҡа, ер участкаһына, баҡсаға, гаражға һәм техникаға һалына. Әйткәндәй, транспорт һалымына бәйле үҙгәрештәр бар. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.

Степан Данилов интернет аша 2 мең ярым һум транспорт һалымы түләгән. Әммә, һуңынан ике тапҡырға аҙыраҡ һалым түләргә кәрәклеге тураһында хат килгәс аптырауҙа ҡалған һәм һалым инспекцияһына килгән.

Башҡортостанда транспорт һалымы түбән ставка менән билдәләнгән. 100 ат көсөнә тиклем булған автомобиль өсөн ул 10 һумдан, ә илдә 25 һумдан ҡуйылған. Ә 100 ат көсөнән 125 ат көсөнә тиклем беҙҙә 20, Рәсәйҙә-35 һум. Шуныһы ла шарт, был бер машина өсөн. Әгәр кеше ике техникаға хужа булһа, икенсе ставка.

Хеҙмәттәшебеҙ Зилә Афзалова ла бөгөн транспорт һалымын түләй. Тәүҙә ул бер интернет сайтҡа инеп, калькуляторҙа автомобиле өсөн һалымды иҫәпләтте. Унда Башҡортостанда йәшәүен күрһәтһә лә, бер йыл өсөн уртаса һалым бер мең һум килеп сыҡты. Ысынында иһә хеҙмәттәшебеҙҙең машинаһы өсөн ике тапҡырға күберәк һалым билдәләнгән.

Йәғни, билдәһеҙ сайттар төбәк льготаларын иҫәпкә алмай. Шуға күрә, һалым инспекторҙары тик Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайты менән эш итергә кәңәш итә.

Транспорт һалымына бәйле башҡа льготалар ҙа бар. Улар менән тулыраҡ Федераль һалым  хеҙмәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Бөгөн 30-сы ноябрь. Иртәгә 1-се декабрь – һалым түләүҙең һуңғы көнө. Кешеләр транспорт һалымын ғына түгел, башҡа милек һалымын да түләргә тейеш. Был маҡсатта – район-ара һалым инспекцияларының эш көнө оҙайтылған. Хәҙер кешеләргә киске сәғәт 8-гә тиклем барып һалымын түләргә мөмкин. 



Яндекс.Метрика