Төнъяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһы 2020 йылға

Төнъяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһы 2020 йылға тиклем оҙайтылды. Башҡортостан хөкүмәтендә ошо документ үтәлешенә арналған ултырыш үтте. Унда уҙған йылдарға йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, һуңғы 5 йыл эсендә төнъяҡ-көнсығыш райондарҙа ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса үҫеш күҙәтелә. Мәҫәлән, төбәктә етештерелгән тауарҙы оҙатыу, һалым һәм һалым булмаған түләүҙәр артҡан, өҫтәмә 5 меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Төп доклад менән Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов сығыш яһаны. Ул киләсәккә бурыстарҙы билдәләне һәм иғтибарға лайыҡ йүнәлештәрҙе атаны.

Төбәкте артабан да үҫтереү өсөн аныҡ саралар планы әҙерләнгән. Ул яңы сәнәғәт асыу, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа, шәхси һәм фермер хужалыҡтарына ярҙам итеүҙе күҙаллай. Мәҫәлән, Дыуан районында кирбес заводын төҙөкләндереү, 800 башҡа иҫәпләнгән мал һимертеү майҙансыҡтары булдырыу, Нуриман районында бетон, керамзит блоктар етештереүҙе яйға һалыу, йәшелсә-емеш һаҡлау өсөн келәт төҙөү, Ҡыйғы районында пенополистерол цехы асыу, Салауат районында һөтсөлөк фермаһын сафҡа индереү көтөлә.   



Яндекс.Метрика