Эшҡыуарлыҡ иҡтисади үҫештең локомотивына әйләнергә тейеш

Эшҡыуарлыҡ иҡтисади үҫештең локомотивына әйләнергә тейеш.

 Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең кесе бизнес буйынса 2-се форумында шундай фекерҙәр яңғырай. Бөгөн төп иғтибар йәштәр араһындағы эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтелә. Көньяҡ Африканан килгән Андре Джосэ урындағы эшҡыуарҙар менән ысын мәғәнәһендә уртаҡ тел табырға өйрәнә. Сит ил вәкилен донъяла иң яҡшыларҙан һаналған башҡорт балы ҡыҙыҡһындыра. Татлы башҡорт балын хәҙер Африкала көтәләр.ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең II бәләкәй эшҡыуарлыҡ иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе маҡсат итеп ала. Ысынлап та, күрешеп яҡындан танышыу, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу килеп тыуған һорауҙарҙы, аңлашылмаусанлыҡтарҙы урында уҡ хәл итергә ярҙам итә. Форумдың Өфөлә үтеүе бигерәк тә Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Һәр ил нимәгә ихтыяж кисергәнен асыҡлау өсөн өсөн дөйөм база кәрәклеге асыҡланды был форумда.Форум сиктәрендә федераль программаға ингән Күмертау моно-ҡала булараҡ комплекслы үҫтеш стратегияһын яҡланы. Уға ярашлы, урында 9 меңдән ашыу яңы эш урындары булдырылырға тейеш. Шуға ла ҡалала эшҡыуарлыҡты үҫтереү мотлаҡ. Өфө форумы сит илдәр генә түгел, Рәсәй төбәктәре эшҡыуарҙарына үҙ-ара аралашыу өсөн төп майҙансыҡ булып тора. Ә Башҡортостан хөкүмәте Рәсәйҙең франчайзинг ассоциацияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа Өфө аша донъя баҙарына ишектәр асыла. Форумда барған һөйләшеүҙәр, ҡабул ителгән ҡарарҙар ШОС һәм БРИКС илдәренең төбәктәре араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлделде. Тәүге форум мөмкинлектәрҙе һынап ҡарау булһа, икенсеһе кире бәйләнештәр булдырыуға булышлыҡ итте. Сөнки беренсе йыйында булғандар, яңы тәҡдимдәр менән Өфөгә ҡайтанан килде. 



Яндекс.Метрика