Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Көньяҡ Судандан ҡасаҡтар көс ҡулланыуҙан ҡурҡып Конгоға сыға башлаған. Көньяҡ Судан мөстәҡиллек алғас президент Сальва Киир һәм вице-президент Риека Мачары яҡлылар араһында һуғыш тынмай тиерлек. Вәзғиәт осоронда 100 мең кеше һәләк булған.

Франсуа Олланд Францияла президент һайлауҙарында ҡатнашмаясаҡ.  Үҙенең 4 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап ул киләһе һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырған.

Свердловс өлкәһендәге Первоуральск ҡалаһында йәшел ҡар яуған. Заводтарҙың береһендәге авария сәбәпле дренаж системаһы сафтан сыҡҡан һәм хлор аҡҡан. Шул сәбәпле ҡар ҙа йәшеләйгән.



Яндекс.Метрика