Ҡағыҙға яҙыу – кисәге көн

Ҡағыҙға яҙыу – кисәге көн.

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы электрон хеҙмәттәр күрһәтеү йүнәлешен ала. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү өсөн хәҙер электрон ҡултамға етә. Рина Фәтхетдинова – төҙөлөш компанияһы вәкиле. Фатирҙы ипотека шарттарында һатып алыусыларҙың торлаҡҡа хоҡуғын теркәү мәсьәләһе менән Росреестрға йыш килә. Хәҙер уларҙы электрон почта аша алыу мөмкинлегенә ыңғай ҡарашта.Документтарҙы юридик шәхестәр ҙә, айырым кешеләр ҙә бер үк тиҙлек һәм бер үк шарттарҙа тапшыра. Күсемһеҙ милек менән эш итер өсөн электрон цифралы ҡултамға биреү, дәүләт пошлинаһы түләтеү һәм талап ителгән документтарҙың төп нөсхәһен ҡабул итеүгә 20 минут тирәһе ваҡыт кәрәк. Әҙер документтар иһә бер нисә сәғәттән бер нисә көнгә тиклем көтөлә. Электрон өлгөләр тапшырған осраҡта дәүләт пошлинаһы хаҡы 30 процентҡа түбәнерәк. Был законда ҡаралған тәртип. Әлеге көнгә дәүләт теркәүен талап иткән документтарҙың электрон өлгөһөн алырға 16 мең ярым ғариза тапшырылған. Был эште тиҙләтеүҙе үтенгәндәр араһында вахта ысулы менән эшләгәндәр, финанс-кредит ойошмаһынан ипотекаға рөхсәт алғандар, башҡа ҡаланан күсеп килгән кешеләр бар. Улар хәҙер күсемһеҙ милеккә хоҡуғын Өфөлә ике урында теркәй ала. Леиин урамындағы 70-се һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 30 кәсер беренсе йортта.  Сиратһыҙ һәм мәшәҡәтһеҙ.   Документтарҙы тапшырыу өсөн бында бары ер тапҡыр килеү етә. Электрон өлгөләр ике көндә әҙер була. Уңайлыҡтар был өлкәлә мутлашыу осраҡтарын да иҫкәртә. 

Яндекс.Метрика