Ни өсөн Башҡортостанда боҙ аҫтына китеүселәр йылдан-йыл арта?

Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы махсус күнекмәләр уҙғара. Маҡсат — боҙ аҫтына киткән кешеләрҙе ҡотҡарыу сараларын камиллаштырыу. Ошо йәһәтән быйылғы тәүге күнекмәләр үтте.  Йылға-күлдәрҙең боҙ менән ҡапланыуы балыҡсылар, балалар өсөн ҡыуаныс булһа, ҡотҡарыусылар өсөн был осор икеләтә яуаплы. Боҙға баҫыусылар үҙ ғүмерҙәрен һаҡлау, башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен генә түгел, ә тәүге ярҙам ысулдарын да белмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эш алымдарын камиллаштыра. Махсус техниканан тыш, улар үҙ көсөнә ышана. Сөнки, һыуға батып барыусыны ярға алып сығыу өсөн таҫыллыҡ ҡына түгел,ә ысын мәғәнәһендә көс һәм батырлыҡ кәрәк.Башҡортостанда көҙ, ҡыш, яҙ мәлендә боҙ аҫтына китеүселәр кәмемәй, киреһенсә, йылдан-йыл арта ғына бара. Ҡурҡыныс исемлектәге ҡорбандарҙың яртыһынан күберәге – балалар. Боҙ аҫтына киткән кешегә иң мөһиме ҡурҡыуға бирелмәҫкә һәм ярҙамға килгән ҡотҡарыусыларҙың ҡағиҙәләрен үтәү. Быларҙың берәүһен булһа ла үтәмәү, кеше ғүмере өсөн оло фажиғәгә әйләнеүе ихтимал.  Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы тарафынан үткәрелгән күнекмәләр, боҙҙа фажиғәләр һанын кәметергә булышлыҡ итергә тейеш. Шулай ҙа һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигән мәҡәлде бер ни тиклем үҙгәртеп, һаҡланғанға ҡотҡарыусылар ярҙамы кәрәкмәй, тип әйтергә мөмкин. Бының өсөн иң ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә генә кәрәк.

Яндекс.Метрика