Яҡын арала Бәләбәй һәм Күмертауҙың тиҙ үҫешеүсе төбәктәр исемлегенә инеүе ихтимал

  • Яҡын арала Бәләбәй һәм Күмертауҙың тиҙ үҫешеүсе төбәктәр исемлегенә инеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Яҡын арала Бәләбәй һәм Күмертауҙың тиҙ үҫешеүсе төбәктәр исемлегенә инеүе ихтимал.

 Был турала Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вкиле Михаил Бабич белдерҙе.Башҡортостандағы алты моноҡаланың икәүһе тиҙ үҫешеүсе төбәк статусын алыу өсөн бик мөһим эштәр башҡарҙы. Күмертауҙа, әйтәйек,  май һығыу комлексы төҙөлөшө башланды. Тегеү һәм кондитер фабрикалары асыу өсөн резиденттарҙан ғаризалар ҡабул ителә. Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән Бәләбәй ҙә килешеү төҙөгән. Уға ярашлы, фонд ҡалаларға 14 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп итергә ярҙам күрһәтәсәк.

Яндекс.Метрика